Ғәмәлдәр 6 - ИнжилЕте ярҙамсыны һайлап алыу 1 Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грек телле йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 2 Шуға күрә ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып: – Беҙ, Алла һүҙен вәғәзләүҙе кәметеп, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнергә тейеш түгелбеҙ, – тинеләр. – 3 Шулай булғас, имандаштар, үҙ арағыҙҙан абруйлы исем йөрөткән, Изге Рух менән тулы һәм аҡыл эйәһе булған ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ. 4 Ә беҙҙең эшебеҙ доға ҡылыу һәм артабан да һүҙ менән хеҙмәт итеү булыр. 5 Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рух менән тулы булған Стефанды, шулай уҡ Филипты, Прохорҙы, Никанорҙы, Тимонды, Парменды һәм мәжүсилектән йәһүд диненә ҡабул ителгән антиохиялы Николайҙы һайлап, 6 уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы. 7 Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте. Стефандың ҡулға алыныуы 8 Ә Алланың мәрхәмәте һәм ҡөҙрәте менән тулған Стефан иһә халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды. 9 Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Киринея һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефан менән бәхәскә инде, 10 әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы. 11 Шул мәлдә улар ҡотортҡан ҡайһы берәүҙәр: – Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек, – тинеләр. 12 Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр. 13 Улар Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирҙе. Тегеләре иһә: – Был кеше ошо изге Йортҡа һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тинеләр. – 14 Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек. 15 Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia