Ғәмәлдәр 3 - ИнжилАҡһаҡ кешенең йөрөй башлауы 1 Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде. 2 Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине. 3 Шул кеше, Петр менән Яхъяның Алла Йортона инеүен күреп, уларҙан хәйер һораны. 4 Былары уға иғтибар менән ҡарап алғас, Петр: – Беҙгә ҡара, – тине. 5 Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты. 6 Әммә Петр: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! – тип, 7 уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ ғәрип кешенең аяҡтары һәм бәкәлдәре нығынды. 8 Ул һикереп тороп атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, улар менән бергә Алла Йортона инде. 9 Бөтөн халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. 10 Кешеләр уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә хайран ҡалды. Петрҙың Алла Йортонда һөйләгән вәғәзе 11 Әлеге һауыҡҡан кеше Петр менән Яхъянан ҡалмағас, тамам аптыраған кешеләр улар янына Сөләймәндең бағаналы залы тип аталған залға йүгереп инде. 12 Петр, быны күргәс, халыҡҡа: – Израиль халҡы! Ниңә быға ғәжәпләнәһегеҙ? – тине. – Нилектән һеҙ беҙгә текләп ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙ үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлайһығыҙмы? 13 Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ. 14 Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ. 15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары. 16 Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы. 17 – Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. – 18 Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы. 19 Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. 20 Шулай итһәгеҙ, Раббынан йыуаныслы замандар килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер. 21 Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш. 22 Муса әйткән: «Раббы Аллағыҙ һеҙгә халҡығыҙ араһынан минең кеүек Пәйғәмбәр күтәрәсәк. Ул ни генә һөйләһә лә, һеҙ һәммәһен тыңларға тейешһегеҙ. 23 Ул Пәйғәмбәрҙең һүҙен тыңламаған кеше Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк». 24 Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. 25 Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәбиләләр һинең нәҫелең аша фатиха алыр», – тип аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ. 26 Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia