Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 16 - Инжил


Тимофейҙың Павелды оҙатып барыуы

1 Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.

2 Листралағы һәм Икониялағы иман тотоусылар Тимофей тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне.

3 Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине.

4 Ҡалалар аша үткәндә улар иман тотоусыларға Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы тапшырҙы һәм уларҙы үтәргә өндәне.

5 Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы.


Павелдың Македония өлкәһенә саҡырылыуы

6 Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне.

7 Мисия төбәгенә килгәс, улар Вифинияға барырға булды, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.

8 Улар Мисия аша үтеп, Троада ҡалаһына килде.

9 Төндә Павелға шундай бер илаһи күренмеш килде: бер македон, Павелдың Македонияға барыуын һәм ярҙам итеүен ялбарып, уның ҡаршыһында баҫып тора.

10 Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.


Лидиәнең иманға килеүе

11 Троаданан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самофракия утрауына, ә икенсе көндө Неаполь ҡалаһына еттек.

12 Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ.

13 Шәмбе көндө, ҡаланан сығып йылға буйына барҙыҡ, сөнки доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында йыйылған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп ултырҙыҡ.

14 Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты.

15 Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине. Ул беҙҙе күндерҙе.


Филипта тотҡонлоҡта

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.

17 Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.

18 Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине. Ен шунда уҡ сыҡты.

19 Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.

20-21 Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм: – Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр.

22 Халыҡ та Павел менән Силаға ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерҙе һәм таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо.

23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар.

24 Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты һәм аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы.

25 Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.

26 Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шунда уҡ бөтә ишектәр асылды, барыһының да аяҡтарындағы бығауҙары ишелеп төштө.

27 Зиндан ҡарауылсыһы йоҡонан уянды, ишектәрҙең асыҡ булғанын күреп, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне.

28 Әммә Павел: – Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә, беҙ барыбыҙ ҙа бында, – тип ҡысҡырҙы.

29 Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды.

30 Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.

31 – Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.

32 Павел менән Сила уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына Раббы һүҙен вәғәзләне.

33 Шул уҡ сәғәттә, төндә, төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы. Шунда уҡ ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне.

34 Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.

35 Көн тыуғас, ҡала идарасылары ярҙамсылары аша, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр ебәрҙеләр.

36 Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.

37 Ләкин Павел: – Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөмһөҙ туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.

38 Ярҙамсылар был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Павел менән Силаның Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып ҡалдылар.

39 Яндарына килеп ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарҙылар һәм ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.

40 Улар иһә, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштарын осратып, уларға өгөт-нәсихәт бирҙеләр һәм юлға сыҡтылар.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan