Ғәмәлдәр 12 - ИнжилПетрҙың ҡулға алыныуы һәм азат ителеүе 1 Шул ваҡыттарҙа Ирод батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. 2 Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте. 3 Был эштең йәһүдтәргә оҡшауын күреп, Петрҙы ла ҡулға алды – ул ваҡытта Сөсө күмәс байрамы көндәре ине – 4 уны төрмәгә ултыртты һәм, Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға уйлап, дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға әмер бирҙе. 5 Петр төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға бик тырышып доға ҡылдылар. 6 Ирод Петрҙы хөкөм алдына сығарырға теләгән көндөң төнөндә Петр, ике бығау менән бығауланған хәлдә ике ғәскәри уртаһында йоҡлап ята ине. Ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта торҙо. 7 Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты: – Тора һал! Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө. 8 – Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә. Ул шулай эшләне. – Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә. 9 Петр, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын да аңламайынса, сығып уның артынан китте. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйланы ул. 10 Беренсе һәм икенсе һаҡсыны үтеп, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килделәр. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылды, улар урамға сыҡты, урам буйлап әҙерәк барғас, ҡапыл фәрештә уның бер үҙен ҡалдырҙы. 11 Шул ваҡыт Петр иҫенә килде: – Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы. 12 Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине. 13 Петрҙың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14 Петрҙы тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрҙың ишек төбөндә тороуын хәбәр итте. 15 – Һин үҙ аҡылыңдамы! – тинеләр уға. Әммә ҡыҙ үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ә тегеләр: – Ул уның фәрештәһелер, – тине. 16 Петр иһә һаман шаҡыны. Ишекте асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. 17 Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте. 18 Көн тыуғас, Петр менән ни булды икән, тип ғәскәриҙәр борсола башланы. 19 Ирод иһә, уны эҙләтеп тә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Ирод Йәһүҙиәнән Кесарияға китте һәм шунда ҡалды. Ирод батшаның үлеме 20 Ул Тир һәм Сидон ҡалаларында йәшәүселәргә бик асыулы ине. Тегеләр иһә, үҙ-ара һүҙ беркетеп, уның алдына вәкилдәр ебәрҙеләр һәм, батша һарайына идара иткән Власты үҙ тарафтарына ауҙарып, килешеү төҙөргә өндәнеләр, сөнки уларҙың өлкәһе батша өлкәһенән туйына ине. 21 Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто. 22 Ә халыҡ уның һүҙен хуплап: – Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы. 23 Аллаға тәғәйен дан-шөһрәтте бирмәгән өсөн, Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды. 24 Алла һүҙе иһә киң таралды һәм уны ҡабул итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты. 25 Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia