Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Галаттарға 6 - Инжил


Бер-берегеҙгә ярҙамсыл булығыҙ

1 Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, Рухҡа таяныусылар, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.

2 Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.

3 Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.

4 Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр.

5 Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.

6 Өйрәнеүсе өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән булған яҡшылығын уртаҡлашһын.

7 Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.

8 Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.

9 Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.

10 Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


Изге теләктәр һәм иҫкәртеүҙәр

11 Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам.

12 Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле булырға мәжбүр итергә тырышалар.

13 Сөннәткә ултыртылғандар араһында ла ҡанунды тотмаусылар бар бит, әммә, һеҙҙе был йолаға дусар итеп һәм шуның менән маҡтаныр өсөн, сөннәтле булыуығыҙҙы теләйҙәр.

14 Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.

15 Сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтләнмәүҙең дә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.

16 Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Израиль халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын.

17 Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм.

18 Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan