Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Галаттарға 4 - Инжил

1 Тағы шуны әйтәм: вариҫ сабый сағында бөтөн нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай.

2 Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона.

3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек.

4 Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.

5 Ул ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде.

6 Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.

7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Уның балаһы булараҡ, Алла һине вариҫы итеп тә билдәләне.


Галатия кешеләре тураһында хәстәрлек

8 Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ.

9 Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?

10 Һеҙ билдәле көндәргә, айҙарға, йылдарға һәм башҡа ваҡыт бүленештәренә әһәмиәт бирәһегеҙ.

11 Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.

12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.

13 Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ.

14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.

15 Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ.

16 Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?

17 Ҡанунға буйһоноп йәшәүегеҙҙе теләүселәр һеҙҙең турала ҡайғырталар, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре тураһында хәстәрлек күреүегеҙҙе теләйҙәр.

18 Яҡшы ниәт менән хәстәрлек күреү һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине.

19 Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.

20 Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым.


Хәжәр менән Сараның өлгөһө

21 Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә?

22 Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған.

23 Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған.

24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡолдар тыуҙыра, ул – Хәжәр.

25 Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта.

26 Ә күктәге Иерусалим ирекле, ул беҙҙең әсәбеҙ.

27 Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Балаға уҙа алмаған, бала тапмаған ҡатын, һөйөн! Бер ҡасан да бала табыу ғазаптарын кисермәгән ҡатын, ҡыуанып ҡысҡыр, сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк».

28 Һеҙ иһә, имандаштар, Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар.

29 Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай.

30 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды һәм уның улын ҡыуып сығар, сөнки ҡол ҡатындың улы бер ҡасан да ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ».

31 Беҙ иһә, имандаштар, ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan