Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Филиптарға 4 - Инжил


Өгөт-нәсихәттәр

1 Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!

2 Еводия менән Синтихияның – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын теләйем.

3 Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.

4 Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!

5 Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша.

6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.

7 Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар.

8 Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.

9 Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Бүләктәр өсөн рәхмәт белдереү

10 Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға мөмкинлек тыуғанға Раббыға рәхмәтлемен. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине.

11 Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем.

12 Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, баймынмы, ярлымынмы – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем.

13 Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.

14 Шулай ҙа минең хәсрәттәремде уртаҡлашып һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.

15 Һеҙ үҙегеҙ, Филипта йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.

16 Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Фессалоникала булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ.

17 Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.

18 Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.

19 Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк!

20 Атабыҙ Аллаға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


Сәләмләүҙәр

21 Ғайса Мәсих аша Алланың изге халҡының һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй.

22 Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.

23 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan