Филиптарға 2 - ИнжилМәсихкә оҡшап күндәм булыу 1 Әгәр Мәсих аша күңел күтәренкелеге табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән, 2 минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ. 3 Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. 4 Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен. 5 Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын. 6 Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булырға ынтылманы, 7 бар өҫтөнлөктәренән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол рәүешендә, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне. 8 Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙ-Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды. 9 Шуға күрә Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде, Уға бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде: 10 Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтөнөһө лә теҙләнһен, 11 Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын. «Донъялағы яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ» 12 Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ. 13 Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра. 14 Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ. 15 Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ. 16 Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ. 17 Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам. 18 Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ. Тимофей менән Епафродит 19 Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем. 20 Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ. 21 Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра. 22 Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте. 23 Шуға күрә, әлеге хәлемдең нисек булырын белгәс тә, уны шунда уҡ һеҙҙең янға ебәрермен тип өмөтләнәм. 24 Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеүемдә Раббының мөмкинлек биреренә ышанам. 25 Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам. 26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде. 27 Епафродит, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булһын тип, Алла тарафынан уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтелде. 28 Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер. 29 Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ. 30 Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia