Еврейҙарға 9 - ИнжилБеренсе килешеү ваҡытында ғибәҙәт ҡылыу 1 Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге изге йорто бар ине. 2 Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөндә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды һәм Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урынды Изге урын тип атанылар. 3 Икенсе шаршау артында Иң изге урын тип аталған урын бар ине. 4 Унда хуш еҫле сайыр төтәтә торған алтындан яһалған урын һәм алтын менән көпләнгән килешеү һандығы, манна һалынған алтын һауыт, Һарундың шытым ебәргән таяғы һәм килешеү әмерҙәре яҙылған таштаҡталар урынлаштырылғайны. 5 Ә һандыҡ өҫтөндә – гонаһтарҙы юйыу урыны тип аталған ҡапҡас, уның ике яғынан Алла данын сағылдырған күктәге ҡанатлы заттарҙың һындары ҡуйылғайны. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ. 6 Бөтә әйберҙәр ошолай итеп урынлаштырылғайны. Ә сатырҙың алғы өлөшөнә руханиҙар, ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инеп торалар. 7 Сатырҙың икенсе өлөшөнә иһә йылына бер тапҡыр баш рухани ғына инә. Ул үҙе өсөн дә, халыҡтың белмәйенсә ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән ҡан алырға тейеш. 8 Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң изге урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә. 9 Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай. 10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була. Яңы килешеү ҡорбаны 11 Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Руханийы булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте. 12 Ул Иң изге урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды. 13 Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә бөркөлөп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән, 14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр. 15 Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. 16 Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә. 17 Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай. 18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы. 19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты. 20 Ул: «Был – Алла һеҙгә үтәргә тип әмер биргән килешеүҙе раҫлаусы ҡан», – тигән. 21 Шулай уҡ ул изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡуллана торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан бөрккән. 22 Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай. 23 Күктәге өлгө буйынса, ерҙә эшләнгән нәмәләр шулай таҙартылырға тейеш ине, әммә күктәгеләр өсөн быларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбандар менән сафландырыу талап ителә. 24 Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде. 25 Ул, баш рухани йыл һайын Иң изге урынға үҙенеке булмаған ҡанды алып ингән һымаҡ, Үҙен ҡат-ҡат ҡорбан итер өсөн инмәне. 26 Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде. 27 Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек, 28 Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia