Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Еврейҙарға 7 - Инжил


Рухани Мәлик-Садиҡ

1 Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.

2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан байлығының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлик-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Шәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».

3 Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.

4 Күрегеҙ, ул ни тиклем бөйөк – уға ырыу башлығы Ибраһим да һуғышта дошмандарынан тартып алған табышының ундан бер өлөшөн бирә.

5 Муса ҡануны буйынса, рухани хеҙмәтен ҡабул иткән Левий тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була.

6 Ә рухани Мәлик-Садиҡ, Левий тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһим табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен ҡабул иткән кешегә, фатихаһын бирә.

7 Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә.

8 Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлә торған кешеләр ала, ә икенсе осраҡта иһә уны Мәлик-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән.

9 Ниндәйҙер мәғәнәлә Левий ҙа, үҙе халыҡтан ундан бер өлөш табыш йыйыусы булһа ла, ундан бер өлөшөн Ибраһим аша Мәлик-Садиҡҡа түләгән, тип әйтергә була.

10 Сөнки Мәлик-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Левий тыумаһа ла, ул үҙенең ата-бабаһы Ибраһимдың тәнендә була.

11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?

12 Сәбәбе шунда: руханилыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.

13 Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт итмәгән.

14 Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.


Мәлик-Садиҡ кеүек Рухани Ғайса

15 Бының шулай икәнлеге Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Рухани килгәс тағы ла нығыраҡ асыҡлана.

16 Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды.

17 Изге Яҙмала Уның тураһында: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тиелгән.

18 Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла.

19 Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ.

20 Иғтибар итегеҙ, бында руханилыҡ итеү Алланың анты менән раҫланды.

21 Бүтән руханиҙар үҙҙәренең руханилығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Рухани Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарын үҙгәртмәйәсәк: Һин – мәңгелек Рухани», – тигәндә рухани булды.

22 Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.

23 Башҡа руханиҙар күп булды, сөнки үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә алманы.

24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ.

25 Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.

26 Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.

27 Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.

28 Муса ҡануны баш рухани итеп көсһөҙ яҡтары булған кешеләрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Алла Улы Баш Рухани итеп билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan