Еврейҙарға 6 - Инжил1-2 Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ. 3 Алла рөхсәте менән артабан күсәйек. 4 Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан, 5 Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған, 6 шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр. 7 Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер, кем тарафынан эшкәртелеп, файҙалы уңыш бирһә, шул Алла фатихаһын ала. 8 Ә инде сәнскәк һәм башҡа ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм аҙаҡтан ул яндырылып юҡҡа сыға. 9 Әммә, ҡәҙерлеләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ. 10 Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ. 11 Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ. 12 Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ. Алланың ышаныслы вәғәҙәһе 13 Алла, Ибраһимға вәғәҙә биргәндә, ант итерлек бөйөгөрәк бер кем дә булмағанлыҡтан, Үҙе менән ант итә. 14 Ул: «Мин һиңә фатихамды йәлләмәйенсә бирәсәкмен һәм тоҡомоңдо ишәйткәндән ишәйтәсәкмен», – тигән. 15 Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған. 16 Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя. 17 Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған. 18 Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә. 19 Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, шаршау артындағы Иң изге урынға инә. 20 Унда Ғайса, Мәлик-Садиҡ ниндәй баш рухани булған булһа, Ул да мәңгегә шундай Баш Рухани булғандан һуң, беҙҙең хаҡҡа башлап йөрөүсебеҙ булараҡ инде. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia