Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Еврейҙарға 4 - Инжил


Алланың ял биреү урыны

1 Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.

2 Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.

3 Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.

4 Изге Яҙманың бер урынында етенсе көн тураһында былай тип әйтелгән: «Етенсе көндә Алла Үҙенең барлыҡ эштәренән ял итте».

5 Үрҙә ошоға бәйле: «Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк», – тип әйтелгән.

6 Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың ял биреү урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,

7 Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, тиҫкәреләнмәгеҙ».

8 Ешуа уларҙы ял биреү урынына килтергән булһа, Алла башҡа, бынан һуң тыуыр ниндәйҙер икенсе көн тураһында әйтмәҫ ине.

9 Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле.

10 Алланың ял биреү урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк.

11 Шуға ла Уның ял биреү урынына инеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалайыҡ. Теге тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.

12 Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.

13 Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.


Ғайса – бөйөк Баш Рухани

14 Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.

15 Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.

16 Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan