Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Еврейҙарға 3 - Инжил


Ғайсаның Мусанан өҫтөнлөгө

1 Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.

2 Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро.

3 Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды.

4 Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе – Алла.

5 Муса, Алла йортондағы бөтөн эштәрҙә хеҙмәтсе булып, тоғро ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.

6 Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.

7 Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,

8 сүллектә һынау көнөндә ҡаршылыҡ күрһәткән кеүек, тиҫкәреләнмәгеҙ.

9 Эшемде ҡырҡ йыл дауамында күрһәләр ҙә, унда атай-олатайҙарығыҙ Мине һынаны.

10 Шуның өсөн был быуынға асыуым килде һәм Мин: „Уларҙың күңелдәре һәр саҡ яңылыша, улар Мин күрһәткән юлдарҙы белмәне“, – тинем.

11 Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем».

12 Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын.

13 Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.

14 Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.

15 Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағы кеүек тиҫкәреләнмәгеҙ».

16 Алла тауышын ишетеп тә, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр кем һуң? Мысырҙан Муса алып сыҡҡан бөтәһе лә түгел инеме ни?

17 Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үлеп, тәне сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме?

18 Улар Минең ял биреү урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме?

19 Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan