Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Еврейҙарға 2 - Инжил


Бөйөк ҡотҡарылыу

1 Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.

2 Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлашмаусанлыҡ тейешле язаһын алды.

3 Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.

4 Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.


Алла Улы һәм әҙәм балалары

5 Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит.

6 Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән: «Кем ул әҙәм, уның тураһында ниңә көйөнәһең? Кем ул әҙәм балаһы, уның тураһында ниңә хәстәрләйһең?

7 Һин уны бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың; уға дан һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең,

8 бар нәмәне уға буйһондороп, уның аяҡ аҫтына һалдың». Тимәк, Алла бөтөн нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уның ихтыярына буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә беҙ әлегә бөтөн нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ.

9 Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне.

10 Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған.

11 Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:

12 «Исемеңде туғандарыма иғлан итермен, ғибәҙәт ҡылырға йыйылыусылар араһында Һиңә дан йырлармын», – ти.

13 Һәм тағы: «Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти. Һәм: «Бына Мин Үҙем һәм Миңә Алла биргән балалар», – ти.

14-15 Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.

16 Ул бит, әлбиттә, фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде.

17 Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.

18 Ул Үҙе лә, һыналып ғазап кисергәнгә күрә, гонаһ ҡылырға ҡотортолоуға дусар булғандарға ярҙам итә ала.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan