Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Еврейҙарға 10 - Инжил

1 Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.

2 Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға табыныусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине.

3 Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөү булып тора.

4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.

5 Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.

6 Тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн килтерелгән ҡорбандар ҙа күңелеңә хуш килмәне.

7 Шул саҡта Мин: „Бына Мин. Изге Яҙма төргәгендә яҙылғанса, Аллам, Ихтыярыңды үтәргә тип килдем“, – тинем».

8 Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде.

9 Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә.

10 Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.

11 Һәр рухани, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡат-ҡат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай,

12 Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.

13 Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә.

14 Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.

15 Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән:

16 «Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды мин уларҙың күңелдәренә һаласаҡмын һәм зиһендәренә яҙып ҡуясаҡмын».

17 Унан Ул былай тип өҫтәй: «Уларҙың ҡылған гонаһтарын һәм яуызлыҡтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».

18 Ә гонаһтар кисерелгән икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде.


Ныҡ булығыҙ!

19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ.

20 Ул беҙгә яңы һәм тормош биреүсе юл асты һәм был юл шаршау, йәғни Уның тәне кисергән ғазаптар аша үтә.

21 Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Руханийыбыҙ бар.

22 Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.

23 Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.

24 Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.

25 Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.

26 Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай.

27 Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын яндырасаҡ ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡаласаҡ.

28 Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә.

29 Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?

30 «Үс алыу – Минең эшем, Үҙем ҡайтарып бирәсәкмен», – тигән һәм: «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк», – тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.

31 Мәңге тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!

32 Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ.

33 Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ.

34 Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.

35 Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.

36 Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.

37 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.

38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы менән йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».

39 Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – ышанған һәм үҙенең ғүмерен һаҡлағандарҙан.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan