Ефестарға 6 - ИнжилБалалар һәм атай-әсәйҙәр 1 Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә. 2 «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: 3 «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың». 4 Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ. Ҡолдар һәм хужалар 5 Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ. 6 Һеҙ быны кеше алдында күрһәтеү өсөн ярамһаҡланыусылар кеүек түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ. 7 Кешеләргә түгел, ә Раббыға хеҙмәт иткән кеүек тырышлыҡ күрһәтегеҙ. 8 Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ. 9 Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн иһә бөтөнөһө лә бер тигеҙ. Рухи ҡоралдар 10 Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ. 11 Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейенегеҙ. 12 Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. 13 Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ. 14 Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ. 15 Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүгә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ. 16 Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. 17 Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ. 18 Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ. 19 Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ. 20 Доғаларығыҙҙа мин тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына илселек итеп, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ. Сәләмдәр һәм изге теләктәр 21 Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер. 22 Беҙҙең хаҡта хәбәрҙар булыуығыҙ һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатһын өсөн, мин Тихикты янығыҙға ебәрәм. 23 Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын. 24 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia