Ефестарға 5 - Инжил«Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ» 1 Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ. 2 Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе. 3 Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. 4 Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға рәхмәт ҡылығыҙ. 5 Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай. 6 Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде. 7 Ундайҙар менән бергә булмағыҙ. 8 Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ. 9 Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора. 10 Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ. 11 Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. 12 Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят. 13 Ләкин бөтөн йәшерен нәмәләр ҙә яҡтылыҡта фаш ителә, 14 ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән. 15 Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. 16 Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ. 17 Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ һәм Раббы ихтыярын аңлағыҙ. 18 Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ. 19 Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм Изге Рух менән илһамландырылған йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ, 20 бөтөн нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ. Ҡатындар һәм ирҙәр 21 Мәсихкә ихтирам йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ. 22 Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ, 23 сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы. 24 Имандаштар берҙәмлеге Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа һәр тарафтан ирҙәренә буйһонһон. 25 Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ. 26 Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы. 27 Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне. 28 Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата. 29 Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, Мәсих берҙәмлекте хәстәрләгән кеүек, туҡландыра һәм ҡайғырта. 30 Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары. 31 Шуға күрә «ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». 32 Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм. 33 Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia