Ефестарға 3 - ИнжилПавелдың хеҙмәте 1 Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам. 2 Һеҙгә хеҙмәт итеү өсөн, миңә Алла мәрхәмәте менән бирелгән вазифам тураһында ишеткәнһегеҙҙер. 3 Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе. 4 Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын аңлауымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ. 5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе. 6 Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар. 7 Алла көсө һәм ҡеүәте аша Уның миңә биргән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым. 8 Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү, 9 бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде. 10 Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәклеге мәғлүм булыр. 11 Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша тормошҡа ашырылды. 12 Беҙ Мәсихкә инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ. 13 Шуға күрә, һеҙҙең хаҡҡа ғазаптар сигеүемә күңелегеҙ төшмәһен, тип үтенәм. Был ғазаптар – һеҙҙең данығыҙ өсөн. Мәсихтең мөхәббәте 14 Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам. 15 Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала. 16 Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен, 17 иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм нығынған хәлдә 18-19 Алланың бөтөн изге кешеләре менән берлектә Мәсих мөхәббәтенең иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә алыуығыҙ һәм кеше аҡылы һыйҙыра алмаҫлыҡ был мөхәббәтте танып белеүегеҙ өсөн доға ҡылам. Шулай һеҙҙе Алланың бар тулылығы солғап алыр. 20 Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға, 21 имандаштар берҙәмлегендә Ғайса Мәсих аша Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia