Ефестарға 2 - ИнжилҮлемдән тормошҡа 1 Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, 2 элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ. 3 Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине. 4 Әммә сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте: 5 беҙҙе, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләрҙе, Мәсих менән бергә терелтте. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ. 6 Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе. 7 Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа күрһәтеү өсөн Ғайса Мәсих аша эшләне. 8 Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге. 9 Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә маҡтанмағыҙ. 10 Беҙҙе Алла бар итте. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсих аша бар ителдек. Мәсихтә берләшеү 11 Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине. 12 Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ. 13 Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтәһегеҙ, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ. 14 Ғайса Мәсих – тыныслыҡ сығанағы. Ул бит, араларҙағы кәртәне емереп, ике яртынан бер бөтөн яһаны. Ул Үҙен ҡорбан итеп дошманлыҡты юҡ итте. 15 Ҡанун әмерҙәрен һәм ҡағиҙәләрен ғәмәлдән сығарҙы. Ул, именлек урынлаштырып, ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырҙы. 16 Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырҙы. 17 Мәсих килгәс, һеҙгә, Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте. 18 Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыу юлы бар. 19 Тимәк, һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алла халҡының милләттәштәре һәм Уның йорто ағзалары. 20 Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе. 21 Был нигеҙ ташы бөтөн бинаны бергә ҡушып тора һәм бина, күтәрелә барып, Раббыла Изге Йорт булып ҡалҡыр. 22 Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Раббының Рухы ярҙамында Алла торлағы булып төҙөләһегеҙ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia