Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 9 - Инжил

1 Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.

2 Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды.

3 Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙың сағыу вәкәләте бирелде.

4 Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.

5 Уларға кешеләрҙе үлтермәҫкә, ә биш ай буйы бары тик ғазапларға рөхсәт бирелде, һәм был ғазап саян саҡҡандағы кеүек була.

6 Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.

7 Саранчалар иһә ҡиәфәте буйынса яуға әҙерләнгән атҡа оҡшаған. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре кешенекеләй,

8 сәстәре – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, ә тештәре – арыҫлан тешендәй.

9 Өҫтәрендә тимер кейемгә оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы.

10 Уның саяндыҡы һымаҡ ҡойроҡтары ла, ҡойроҡтарында ҡаяуҙары ла бар. Был ҡойроҡтарҙа биш ай буйы кешеләргә зыян килтереү көсө тупланғайны.

11 Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Аваддон, ә грекса – Аполлион.

12 Беренсе ҡайғы үтте. Бына уның артынан тағы ике ҡайғы килә.

13 Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан килтереү урынының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем.

14 Ул тауыш борғоһо булған алтынсы фәрештәгә: – Бөйөк Ефрат йылғаһы буйында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит, – тине.

15 Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде.

16 Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем.

17 Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан иһә ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.

18 Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс бәлә-ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.

19 Аттарҙың көсө уларҙың ауыҙҙарында һәм ҡойроҡтарында ине, ҡойроҡтары иһә йыландарға оҡшаш һәм баштары ла бар ине, улар ошо баштары менән кешеләргә зыян килтерҙе.

20 Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр иһә үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар шаҡшы рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.

21 Был кешеләр үлтереү, сихырсылыҡ, фәхешлек, урлашыуҙан тәүбәгә килмәнеләр.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan