Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 8 - Инжил


Етенсе мисәтте ҡуптарып алыу

1 Бәрәс етенсе мисәтте ҡуптарып алғас, күктә ярты сәғәт самаһы тынлыҡ урынлашты.

2 Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде.

3 Тағы бер фәрештә ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы төтәҫләү урынына килеп баҫты. Унда, Алланың бөтөн изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.

4 Аллаға изгеләрҙең доғалары менән бергә фәрештә һалған сайыр төтөнө күтәрелде.

5 Фәрештә, төтәҫләү һауытын алды ла, уға төтәҫләү урынынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Алты борғо

6 Ете борғоһо булған ете фәрештә борғо ҡысҡыртырға әҙерләнде.

7 Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.

8 Икенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ялҡынланып торған ҙур тауға оҡшаған нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әүерелде һәм

9 диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренең өстән бер өлөшө һәләк булды, шулай уҡ караптарҙың да өстән бер өлөшө ҡырылды.

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.

11 Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.

12 Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.

13 Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan