Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 7 - Инжил


Мисәт һуғылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше

1 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә тороусы дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.

2 Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине:

3 – Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.

4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтөн Израиль ҡәбиләләре араһынан ине:

5 Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше; Рувим нәҫеленән ун ике мең; Ғәд нәҫеленән ун ике мең;

6 Асир нәҫеленән ун ике мең; Неффалим нәҫеленән ун ике мең; Манассия нәҫеленән ун ике мең;

7 Симеон нәҫеленән ун ике мең; Левий нәҫеленән ун ике мең; Иссахар нәҫеленән ун ике мең;

8 Завулон нәҫеленән ун ике мең; Йософ нәҫеленән ун ике мең; Вениамин нәҫеленән ун ике мең кеше.


Аҡ кейемле халыҡ төркөмө

9 Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.

10 Улар көслө тауыш менән: – Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине.

11 Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтөн фәрештәләр ҙә тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар.

12 Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.

13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.

14 Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.

15 Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуясаҡ.

16 Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ.

17 Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр, Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш бөртөгөн һөртөр.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan