Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 6 - Инжил


Бәрәстең алты мисәтте ҡуптарып алыуы

1 Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.

2 Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты.

3 Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.

4 Хәҙер инде икенсе бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.

5 Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны.

6 Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.

7 Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең: – Кил! – тигән тауышын ишеттем.

8 Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.

9 Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.

10 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.

11 Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.

12 Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алыуын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек, ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.

13 Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре, көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды.

14 Күк йөҙө яҙыу төргәге кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтөн тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.

15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәриҙәрҙең башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.

16 Улар ҡаяларға һәм таштарға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!

17 Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan