Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 18 - Инжил


Вавилондың емерелеүе

1 Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: данынан ер яҡтырҙы.

2 Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына, төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын бөтөн халыҡтарға эсерҙе,

3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр уның самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.

4 Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Вавилондың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.

5 Уның гонаһтары инде өйкәлешеп күккә тиклем ашты һәм Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.

6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән кәсәһендә үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.

7 Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.

8 Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.

9 Уның менән ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.

10 Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Вавилон, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.

11 Ерҙәге сауҙагәрҙәр уның хаҡында ҡайғырып илаясаҡ, сөнки уларҙың тауарҙарын бер кем дә һатып алмаҫ,

12 алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен,

13 баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.

14 – Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер. Бөтөн зиннәтлегең һәм ҡупшылығың һине ташланы, улар бер ҡасан да табылмаҫ.

15 Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ.

16 Улар: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Ул нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларға төрөнгән, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәлгән булған.

17 Шундай ҙур байлыҡ бер сәғәт эсендә юҡ булды! – тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә һәм диңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо.

18 Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан дымды күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар.

19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтөнөһө лә уның байлығынан байыны, бер сәғәт эсендә бушлыҡҡа әйләнде! – тинеләр. –

20 Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.

21 Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Вавилон ҡалаһы шундай көс менән алып ташланасаҡ һәм башҡаса табылмаясаҡ.

22 Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташы тауышы ла ишетелмәҫ.

23 Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, һинең тылсымың менән бөтөн халыҡтар ҙа алданды.

24 Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙәге барлыҡ үлтерелгәндәрҙең ҡаны табылды.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan