Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 16 - Инжил


Алла нәфрәте кәсәләре

1 Шунан һуң Алла Йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт кәсәһен ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.

2 Беренсе фәрештә барҙы ла кәсәһен ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.

3 Икенсе фәрештә кәсәһен диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды.

4 Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.

5 Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.

6 Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.

7 Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.

8 Дүртенсе фәрештә кәсәһен ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.

9 Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.

10 Бишенсе фәрештә кәсәһен януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне,

11 ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.

12 Алтынсы фәрештә кәсәһен бөйөк Ефрат йылғаһына түкте: уның һыуы ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн кипте.

13 Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем.

14 Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар. Улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.

15 «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»

16 Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Армагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.

17 Етенсе фәрештә кәсәһен һауаға түкте: Алла Йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.

18 Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү!

19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе.

20 Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды,

21 күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan