Асылыш 14 - ИнжилБәрәс һәм йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше 1 Шул саҡ мин ҡараным да, Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем. 2 Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине. 3 Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы. 4 Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды, 5 уларҙың телдәрендә ялған булманы, улар саф булды. Өс фәрештә 6 Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине. 7 Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине. 8 Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән. 9 Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине: – Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә, 10 Алланың нәфрәт кәсәһендә әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ. 11 Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табыныусы, уның исем тамғаһын ҡабул итеүсе һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк. 12 Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк. 13 Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух. Ерҙә уңыш йыйыу 14 Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны. 15 Алла Йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. 16 Шул саҡ болотта Ултырыусы Үҙенең урағын ер өҫтөнә ырғытты һәм ерҙә уңыш урылды. 17 Күктәге Алла Йортонан икенсе фәрештә сыҡты. Уның да үткер урағы бар ине. 18 Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан килтереү урынынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. 19 Фәрештә үҙенең урағын ергә ырғытты ла ер өҫтөндәге йөҙөмдө йыйып, Алланың ярһыулы иҙгесенә ташланы. 20 Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге иҙгестә тапатылды. Иҙгестән аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия алыҫлығында ҡан аҡты. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia