Асылыш 13 - ИнжилДиңгеҙ януары 1 Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарында иһә Алланы хурлаусы исемдәр яҙылғайны. 2 Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе. 3 Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Бөтөн ер, ғәжәпкә ҡалып, уның артынан китте һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. 4 Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр. 5 Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ ҡуйылды. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде. 6 Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте. 7 Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде. 8 Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк. 9 Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен! 10 Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә. Ер януары 11 Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине. 12 Ул беренсе януар исеменән уның бар хакимлығында эш итте. Бөтөн ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте. 13 Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы. 14 Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты. 15 Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде. 16 Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы. 17 Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы. 18 Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia