Асылыш 10 - ИнжилЯҙыу төргәге тотҡан фәрештә 1 Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор һуҙылғайны, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары – утлы бағана һымаҡ ине. 2 Ҡулында бәләкәй асыҡ яҙыу төргәге бар. Ул уң аяғы менән диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып, 3 арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар. 4 Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләүен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләүен сер итеп һаҡла һәм яҙма. 5 Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә 6 күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ. 7 Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр. 8 Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш миңә тағы былай тип өндәште: – Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған яҙыу төргәген ал. 9 Фәрештә янына килдем дә уның миңә шул ҙур булмаған яҙыу төргәген биреүен һораным. Фәрештә миңә: – Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине. 10 Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә яҙыу төргәген алып ашаным. Ауыҙымда ул бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды. 11 Унан һуң миңә: – Һин күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында тағы пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia