2 Тимофейға 3 - ИнжилАхырызаман килгәндә боҙоҡ кешеләр артыр 1 Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. 2 Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, 3 ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, 4 хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән, 5 Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор. 6 Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән бисәләрҙе үҙенә ылыҡтыра. 7 Бындай ҡатындар һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай. 8 Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға. 9 Әммә улар ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, тегеләрҙеке кеүек үк, барыһына ла асылыр. Иманыңда ныҡ тор 10 Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың. 11 Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы! 12 Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер. 13 Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр. 14 Ә һин, эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан дауам ит. 15 Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер. 16 Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы, 17 шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia