Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Петр 2 - Инжил


Ялған өйрәтеүселәр тураһында

1 Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.

2 Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.

3 Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.

4 Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә йәһәннәмгә ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, сынйыр менән бығауланған килеш хөкөм көнөн көтөрҙәр.

5 Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик һигеҙ кешене, шул иҫәптән тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.

6 Шулай итеп Содом, Гоморра ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булаһын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.

7 Ә тәҡүә Лотты уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан ҡотҡарған.

8 Был тәҡүә кеше, аҙғындар араһында йәшәгәндә, уларҙың әхлаҡһыҙ эштәрен күреп һәм ишетеп, көндән-көн ғазап сиккән.

9 Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.

10 Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.

11 Хәйер, күпкә ҡеүәтлерәк һәм көслөрәк фәрештәләр ҙә Раббы алдында уларҙы кәмһетеп ғәйепләмәй.

12 Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.

13 Улар үҙҙәре килтергән яуызлыҡтарына яуызлыҡ әжере аласаҡ. Улар өсөн хозурлыҡ – көн яҡтылығында ҡомһоҙланып ашап-эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, алдаҡ рәхәтлектән ләззәтләнәләр.

14 Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.

15 Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар үҙенең яуыз эштәре өсөн табыш алыуҙы яратҡан Валаамға, Восор улына, эйәрҙе.

16 Ә Валаам яҙыҡ эше өсөн шелтәләнгән. Ишәк, кеше Бегор тауышы менән өндәшеп, пәйғәмбәрҙе алйотлоғонан туҡтатҡан.

17 Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел-дауыл ҡыуып таратҡан томан һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.

18 Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.

19 Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә.

20 Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.

21 Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.

22 Ундай кешеләр менән ни булғанлығы тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan