2 Коринфтарға 9 - ИнжилАлла шатланып биреүсене ярата 1 Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр, 2 сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. 3 Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрҙем. 4 Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ. 5 Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ. 6 Наҡыҫ сәсеүсенең уңышты аҙ, мул сәсеүсенең күп алырын күҙ уңында тотам. 7 Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата. 8 Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала. 9 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ул үҙ бүләктәрен ярлыларға йомарт өләште. Уның изгелеге мәңгелек». 10 Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер. 11 Һәр осраҡта ла йомартлығығыҙ өсөн төрлө яҡлап байытылырһығыҙ һәм беҙҙең аша тапшырылған иғәнәгеҙ өсөн кешеләр Аллаға рәхмәт яуҙырыр. 12 Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер. 13 Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай. 14 Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр. 15 Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт! |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia