Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 7 - Инжил

1 Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.


Павелдың Титтан бирелгән хәбәргә ҡыуаныуы

2 Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, алдап, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек.

3 Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.

4 Мин һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.

5 Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан ыҙғыш-талаш, эстән – шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.

6 Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.

7 Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы.

8 Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә иһә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем,

9 хәҙер иһә ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек.

10 Алла ихтыяры менән көйөнөү бер ҡасан да үкенмәй торған ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү иһә үлемгә илтә.

11 Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.

12 Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.

13 Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титтың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ бит.

14 Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.

15 Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.

16 Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan