2 Коринфтарға 4 - ИнжилБалсыҡ һауыттарҙағы хазина 1 Шуға күрә, беҙгә Алла мәрхәмәте аша шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. 2 Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ. 3 Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән. 4 Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр. 5 Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә. 6 «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды. 7 Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә. 8 Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ; 9 беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йыҡтылар, ләкин һәләк булмайбыҙ. 10 Ғайсаның тормошо ла тәнебеҙҙә күренһен өсөн, Уның үлемен һәр ваҡыт тәнебеҙҙә йөрөтәбеҙ. 11 Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ. 12 Шулай итеп, үлем – беҙҙә, ә йәшәү һеҙҙә эш итә. 13 Изге Яҙмала: «Мин ышандым, шуға күрә һөйләнем», – тип әйтелгән. Шундай уҡ иманға эйә булараҡ, беҙ ҙә ышанабыҙ, шуға күрә һөйләйбеҙ. 14 Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ. 15 Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр. Килә торған мәңгелек дан 16 Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра бара. 17 Ҡыҫҡа ғына ваҡытлы еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер. 18 Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia