2 Коринфтарға 2 - Инжил1 Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем. 2 Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта аҙаҡ мине кем һөйөндөрөр һуң? Эйе, көйөндөргән һеҙҙән башҡа мине кем һөйөндөрөр?! 3 Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам. 4 Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн. Гонаһ ҡылған кешене кисереү 5 Кемдер берәү көйөндөргән икән, мине генә түгел, ә һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (быны арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) көйөндөргән. 6 Ундай кешегә күптәр биргән яза етә. 7 Әле иһә уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ. Юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр. 8 Шуның өсөн уға үҙ мөхәббәтегеҙҙе иҫбат итеүегеҙҙе үтенәм. 9 Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым. 10 Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа), мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем. 11 Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Уның ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ. Павелдың борсолоуы 12 Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла, 13 унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым. Мәсих илсеһенең хеҙмәте 14 Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын. 15 Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе. 16 Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң? 17 Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia