Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 12 - Инжил


«Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен»

1 Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем.

2 Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды.

3-4 Һәм шул кешенең (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) ожмахҡа алыныуы һәм кешегә һөйләргә тыйылған тел менән әйтеп бирә алмаҫлыҡ һүҙҙәр ишетеүен беләм.

5 Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә, көсһөҙлөктәремдән башҡа бер ни менән дә маҡтана алмайым.

6 Башҡа нәмәләр менән маҡтанырға теләһәм инде, аҡылһыҙ булмам, сөнки дөрөҫтө һөйләйәсәкмен. Әммә берәйһе минең турала эшләгәнемде күргәненән йәки әйткәнемде ишеткәненән артығыраҡ уйламаһын өсөн, маҡтаныуҙан тыйылам.

7 Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.

8 Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.

9 Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам.

10 Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Коринфтағы имандаштар хаҡында хәстәрлек

11 Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.

12 Минең илселек билдәм иһә илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде.

13 Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәләмә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ!

14 Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмаясаҡмын. Миңә һеҙҙә булған нәмә түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит.

15 Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?

16 Ярай, нисек кенә булмаһын, һеҙгә йөк булманым. Әллә, хәйләкәр булараҡ, мәкерлек менән һеҙҙе үҙ ҡулдарыма алғанмынмы?

17 Һеҙгә ебәрелгән кешеләрҙең берәйһе аша һеҙҙе файҙаландыммы әллә?

18 Мин Титтың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Тит һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме?

19 Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.

20 Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.

21 Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan