Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Яхъя 5 - Инжил


Мәңгелек тормош – Алла Улында

1 Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.

2 Беҙ Алла балаларын яратабыҙмы икәнде бына нисек беләбеҙ: Алланы яратабыҙ һәм Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ.

3 Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел,

4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеү – беҙҙең иманыбыҙ ул.

5 Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.

6 Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.

7 Өс шаһит бар:

8 Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла.

9 Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк. Бигерәк тә был – Алланың Үҙенең Улы тураһындағы шаһитлығы.

10 Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған.

11 Был шаһитлыҡ иһә шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ.

12 Алла Улы барҙың тормошо бар, Алла Улы булмағандың тормошо юҡ.

13 Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белһен өсөн яҙҙым.

14 Һәм беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә.

15 Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙың беҙҙеке икәнен дә беләбеҙ.

16 Әгәр берәү имандашының гонаһ ҡылғанын, әммә ул гонаһтың үлем килтермәүен күрә икән, ул кеше доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына тормош бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәүсе гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ хаҡында доға ҡылһындар тимәйем.

17 Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә бөтөн гонаһ та үлемгә килтермәй.

18 Алланан тыуғандарҙың гонаһ ҡылмауын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Ул уны һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай.

19 Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.

20 Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.

21 Балаларым, үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан һаҡлағыҙ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan