1 Яхъя 4 - ИнжилХәҡиҡәт рухы һәм ялғанлыҡ рухы 1 Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. 2 Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең кеше булараҡ килгәнлеген таныусы һәр рух Алланан була. 3 Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы. 4 Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ. 5 Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай. 6 Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ. Алла – мөхәббәт 7 Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. 8 Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул. 9 Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. 10 Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә. 11 Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 12 Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була. 13 Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ. 14 Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ. 15 Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала. 16 Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе Аллала булыр һәм Алла унда булыр. 17 Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ. 18 Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле. 19 Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты. 20 Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. 21 Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип әмер бирҙе. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia