1 Яхъя 3 - Инжил1 Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй. 2 Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ. 3 Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра. 4 Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ. 5 Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ. 6 Мәсихтә йәшәүсе бер кем дә гонаһ ҡылмай. Гонаһ ҡылыусы иһә Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған. 7 Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була. 8 Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде. 9 Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған. 10 Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ 11 Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 12 Беҙгә Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булырға ярамай. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған. 13 Имандаштарым, шуның өсөн, донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, быға ғәжәпләнмәгеҙ. 14 Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора. 15 Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ. 16 Беҙ мөхәббәтте шулай танып белдек: Мәсих Үҙенең йәнен беҙҙең өсөн бирҙе. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ. 17 Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы? 18 Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ. 19 Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәткә ҡарауыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ, 20 сөнки, йөрәгебеҙ беҙҙе ниҙәлер ғәйепләһә, беләбеҙ. Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә. 21 Ҡәҙерлеләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла янына ышаныс менән бара алабыҙ 22 һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ. 23 Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 24 Алланың әмерҙәрен үтәүсе Унда йәшәй һәм Алла Үҙенең әмерҙәрен үтәүселәрҙә йәшәй. Уның беҙҙә йәшәүен иһә Алланың беҙгә биргән Рухы арҡаһында белербеҙ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia