Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Яхъя 2 - Инжил


Мәсих – беҙҙең Яҡлаусыбыҙ

1 Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.

2 Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте.

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

4 Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның әмерҙәрен үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ.

5 Уның һүҙен үтәгән кешелә иһә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ Уның менән аралашып йәшәүебеҙҙе беләбеҙ ҙә инде.

6 Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Яңы әмер

7 Ҡәҙерлеләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы әмер яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке әмер. Ә иҫке әмер – һеҙ ишеткән Хәбәр ул.

8 Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы әмер ҙә, сөнки уны тәүләп Мәсих үтәне һәм хәҙер һеҙ уның буйынса йәшәйһегеҙ. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ инде балҡый.

9 Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашына нәфрәтләнә, ул һаман ҡараңғылыҡта әле.

10 Имандашын яратҡан кеше иһә яҡтылыҡта йәшәй һәм уға абыныу ҡурҡынысы янамай.

11 Ә кем үҙенең имандашына нәфрәт тота, шул ҡараңғылыҡта була, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.

12 Балаларым, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙҙең гонаһтарығыҙ Ғайса арҡаһында кисерелде.

13 Аталар, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып беләһегеҙ. Егеттәр, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ Иблисте еңдегеҙ.

14 Балалар, һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып белдегеҙ. Егеттәр, мин һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ көслө, Алла һүҙе һеҙҙең күңелегеҙҙә йәшәй, һәм һеҙ Иблисте еңдегеҙ.

15 Донъяны һәм унда булған нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ.

16 Сөнки донъялағы бөтөн нәмә: гонаһлы тәбиғәтебеҙ нимә теләй, күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға һәм тормошта тәкәбберлеккә нимә килтерә – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан.

17 Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


Мәсих дошмандары тураһында киҫәтеү

18 Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде.

19 Улар арабыҙҙан китте, әммә был беҙҙеке булдылар тигәнде аңлатмай. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың беҙҙән китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте лә инде.

20 Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.

21 Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәйһегеҙ тип түгел, ә уны һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен белгәнегеҙ өсөн яҙҙым.

22 Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.

23 Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ. Алла Улын таныусының иһә Атаһы бар.

24 Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, ана шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ.

25 Быны, мәңгелек тормошто, беҙгә Мәсих Үҙе вәғәҙә иткән.

26 Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам.

27 Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтөнөһөн дә өйрәтә, һәм Уның өйрәткәндәре хәҡиҡи, ялған түгел. Рух һеҙгә өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Алла балалары

28 Шулай итеп, балаларым, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм оялыуһыҙ баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.

29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan