1 Тимофейға 6 - ИнжилҠолдар һәм хужалар 1 Кешеләр Алла исемен һәм тәғлимәтебеҙҙе хурламаһын өсөн, ҡоллоҡта яфа сигеүселәр үҙ хужаларын бөтөн ихтирамға ла лайыҡ тип һанарға тейеш. 2 Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш булғанлыҡтан, ҡолдар уларға кәмһетеп ҡарарға тейеш түгел, киреһенсә, тағы ла күберәк хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки хеҙмәттән файҙа алыусы хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Быларҙы өйрәт һәм нәсихәт ит. Ялған уҡытыусылар 3 Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ, иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән, 4 ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға. 5 Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа. 6 Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, ысынлап та, оло табыш ул. 7 Беҙ донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм бынан бер ни ҙә алып китә алмаясаҡбыҙ. 8 Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек, 9 ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтереүсе мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә. 10 Бөтөн яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән. Иманыбыҙ өсөн көрәш 11 Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш. 12 Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың. 13 Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм: 14 Раббыбыҙ килгәнгә тиклем был әмергә тоғро бул һәм дөрөҫ итеп тот. 15 Берҙән-бер мөбәрәк Түрә, Батшаларҙың Батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс Ғайса Мәсихте ебәрәсәк. 16 Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин. 17 Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын. 18 Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон. 19 Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ ысын хазина туплар. 20 Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор. 21 Ҡайһы берәүҙәр шуның менән мауығып имандан ситләште бит. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia