1 Тимофейға 4 - ИнжилЯлған тәғлимәт тураһында 1 Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә. 2 Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Намыҫтары ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек ҡарайған. 3 Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә. 4 Алла булдырған бөтөн нәмә яҡшы һәм, әгәр, рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел, 5 сөнки ул Алла һүҙе һәм доға менән изгеләштерелә. Тимофейға нәсихәттәр 6 Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың. 7 Алланы һанға һуҡмаған кешеләрҙән һәм бисә-сәсәләрҙең уйҙырма хәбәрҙәренән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер. 8 Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә. 9 Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулыһынса ҡабул итеүгә лайыҡ. 10 Беҙ, үҙебеҙ ынтылған тормошҡа өлгәшеү өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтөн кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы мәңге тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ. 11 Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит. 12 Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул. 13 Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт. 14 Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма. 15 Уңышың бөтөнөһөнә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла. 16 Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia