Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Тимофейға 3 - Инжил


Имандаштар берҙәмлеге етәксеһенә талаптар

1 Етәксе булырға ынтылыусы кешенең ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ.

2 Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,

3 ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән,

4 үҙ ғаиләһе менән оҫта идара иткән, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы.

5 Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр?

6 Етәксе ҡупайып китеп Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.

7 Ғәйеп тыуҙырмау һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең иман тотмаусылар араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.


Ярҙамсыларға талаптар

8 Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға,

9 иманыбыҙҙың серле асылын саф намыҫ менән һаҡларға тейеш.

10 Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр һүҙ тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр.

11 Шулай уҡ, ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, яла яғып йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.

12 Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш.

13 Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәләргә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта.


Имандың серле асылы

14 Быны мин тиҙҙән һинең яныңа килеремә ышанып яҙам,

15 әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.

16 Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan