Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Тимофейға 2 - Инжил


Ғибәҙәт ҡылыу тураһында кәңәштәр

1-2 Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм етәкселәр өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ.

3 Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә.

4 Ул бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.

5 Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих,

6 бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.

7 Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.

8 Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.

9 Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап,

10 Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем.

11 Ҡатын-ҡыҙ шым һәм тулы күндәмлек менән өйрәнһен.

12 Ҡатындарға ирҙәрен өйрәтергә, уға баш булырға рөхсәт итмәйем, улар шым ултырһын.

13 Тәүҙә бит атабыҙ Әҙәм, унан әсәбеҙ Һауа яратылған.

14 Атабыҙ Әҙәм алданмаған, ә ҡатын, алданып, гонаһҡа төшкән.

15 Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәт, Аллаға изгелек һәм әхлаҡлыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ ҡотҡарыласаҡ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan