Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Петр 3 - Инжил


Ҡатындар һәм ирҙәр

1-2 Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер.

3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел,

4 ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.

5 Ҡасандыр Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа, ирҙәренә буйһоноп, үҙҙәрен шулай биҙәгән.

6 Миҫалға, Сара ла Ибраһимды әфәндем тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә изгелек ҡылып, һәм һис ниҙән ҡурҡмайынса, Сараның балалары булғанһығыҙ.

7 Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.


Ғәҙеллек өсөн ғазап сигеү

8 Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ.

9 Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:

10 «Кем тормошто яратырға һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан, ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.

11 Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын, тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.

12 Сөнки Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә, ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән, әммә Раббының йөҙө яманлыҡ ҡылыусыларға ҡаршы тора».

13 Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр?

14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

15 Әммә йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,

16 әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.

17 Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ.

18 Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.

19 Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте.

20 Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.

21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.

22 Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan