1 Коринфтарға 7 - ИнжилНиках тураһында 1 Миңә яҙғандарығыҙға киләйек. Һеҙ: «Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәү яҡшы», – тиһегеҙ. 2 Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын. 3 Ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен. 4 Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Шуның кеүек ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ә ҡатыны хужа. 5 Икегеҙҙең дә ризалығы менән доға ҡылыуҙарға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ. 6 Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм. 7 Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө. 8 Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға шуны әйтәм: уларға минең кеүек яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр. 9 Әммә тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ. 10 Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. 11 Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын. 12 Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш. 13 Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш. 14 Сөнки иманһыҙ ирҙең иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар. 15 Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы. 16 Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың? Элекке хәлеңдә ҡал 17 Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай. 18 Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын. 19 Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла әмерҙәрен үтәү генә мөһим. 20 Аллаға кем ниндәй хәлдә саҡырылған, шундай булып ҡалһын. 21 Ҡол итеп саҡырылһаң, борсолма. Ә инде ирекле булыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, ул мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ. 22 Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ, ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло. 23 Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ. 24 Имандаштар, Аллаға ниндәй хәлдә саҡырылған булһағыҙ, Уның алдында шундай булып ҡалығыҙ. Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға кәңәш 25 Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым. 26 Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем. 27 Һин ҡатының менән йәрәшеп ҡушылдыңмы? Улай булғас айырылыу тураһында уйлама. Ҡатынһыҙ ҡалдыңмы? Ҡатын эҙләмә. 28 Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем. 29 Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек, 30 илағандар иламаусылар, бәхетлеләр бәхетһеҙҙәр, һатып алыусылар алынғанды үҙҙәрендә тотмаусылар, 31 был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмаусылар кеүек булһындар. Сөнки был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара. 32 Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә. 33 Ә өйләнгәне иһә, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи эштәрҙе ҡайғырта 34 һәм икегә өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәр тураһында хәстәрләй. 35 Мин быны һеҙҙе тышаулау өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм. 36 Әгәр берәйһе йәрәшелгән ҡыҙына өйләнмәй, уға ҡарата килешһеҙ эш ҡылдым тип һанаһа, әммә уның теләге артыҡ көслө булһа һәм өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнешһен. 37 Ә инде берәйһе күңелендә өйләнмәҫкә ныҡлы ҡарар ҡылып, бер ниндәй мохтажлығы булмайынса, үҙ теләген буйһондороп никахтан баш тарта икән, яҡшы эшләй. 38 Шулай итеп, йәрәшелгән кәләшенә өйләнеүсе яҡшы эшләһә, кәләшенә өйләнмәүсе тағы ла яҡшыраҡ эшләй. 39 Ире иҫән саҡта ҡатын уға бәйле. Ире үлә икән, теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына. 40 Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк – был минең фекерем. Ә мин үҙемдә Алла Рухы бар тип уйлайым. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia