1 Коринфтарға 5 - ИнжилИманлылар араһындағы фәхешлектән киҫәтеү 1 Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән. 2 Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит. 3 Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем: 4 Раббыбыҙ Ғайса исеме хаҡына йыйылғанығыҙҙа, мин дә күңелем һәм Раббыбыҙ Ғайса ҡөҙрәте менән янығыҙҙа булам, 5 ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын, ә тәне һәләк ителһен өсөн, Иблискә тапшырырға кәрәк. 6 Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни? 7 Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде. 8 Шуға күрә, иҫке – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек. 9 Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным. 10 Ләкин донъялағы бөтөн фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ барлыҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине. 11 Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа. 12-13 Берҙәмлектән ситтә булғандарҙы хөкөм итеү минең эшем түгел, уларҙы Алла хөкөм итер. Берҙәмлектәгеләрҙе иһә һеҙ хөкөм итергә тейеш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яманлыҡ ҡылыусыларҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ». |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia