Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Коринфтарға 13 - Инжил


Ысын мөхәббәт

1 Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.

2 Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.

3 Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.

4 Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.

5 Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай.

6 Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана.

7 Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.

8 Пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем юҡҡа сығыр, әммә мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ.

9 Беҙҙең белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлек итеүебеҙ ҙә өлөшләтә генә.

10 Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ.

11 Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным.

12 Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.

13 Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan