1 Коринфтарға 12 - ИнжилИзге Рухтан бирелгән һәләттәр 1 Изге Рух тарафынан бирелгән һәләттәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһындағы күҙаллауҙарығыҙҙың аныҡ булыуын теләйем. 2 Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа, һеҙҙе нимәлер телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе. 3 Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй, һәм үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай. 4 Изге Рух биргән һәләттәр төрлө, әммә Рух бер үк. 5 Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк. 6 Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә. 7 Ләкин Рухтың һәр береһендә уртаҡ файҙаға эш итеүе күренә. 8 Берәүгә Рух аша аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә. 9 Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә. 10 Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә. 11 Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара. Тән берәү, ағзалар күп 12 Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә. 13 Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде. 14 Тән иһә бер ағзанан түгел, күп ағзаларҙан тора. 15 Әгәр аяҡ: «Мин, ҡул булмағанлыҡтан, тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы? 16 Йәиһә ҡолаҡ: «Мин, күҙ булмағанлыҡтан, тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы? 17 Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине? 18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған. 19 Әгәр бөтөнөһө бер ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң? 20 Һәм бына һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән бер генә. 21 Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай. 22 Киреһенсә, тәндең хәлһеҙерәк күренгән ағзаһы нығыраҡ кәрәк. 23 Беҙ тән өлөшөнөң әллә ни күркәм түгел тип һанаған урындарын нығыраҡ хәстәрләп кейендерәбеҙ. Ә килешһеҙ һаналған өлөштәрен ентекләп йәшерәбеҙ. 24-25 Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә айырмалыҡ булмаһын һәм бөтөн ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы. 26 Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана. 27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары. 28 Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән. 29 Бөтөнөһө лә илселәрме? Бөтөнөһө лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтөнөһө лә өйрәтеүселәрме? Бөтөнөһө лә мөғжизә тыуҙырыусылармы? 30 Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы? 31 Юғарыраҡ һәләттәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia