1 Коринфтарға 11 - Инжил1 Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ. Башҡа ябыныу тураһында 2 Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин өйрәткән нәмәләрҙе теүәл тотоуығыҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым. 3 Әммә мин һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем. 4 Бергәләп доға ҡылырға йыйылғанда башын нимә менәндер ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә. 5 Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр. 6 Ҡатын башына ябынырға теләмәй икән, сәсен ҡырҡтырып ташлаһын, ә инде сәсенең алыныуын йәки ҡырылыуын оят һанаһа, ул саҡта башына ябынһын. 7 Шулай итеп, ир кеше Алла һыны һәм Алла данының сағылышы булғанға күрә, башына кейергә тейеш түгел. Ә ҡатында ирҙең даны сағыла, 8 сөнки ир ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән ҡылынған, 9 һәм ир ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған. 10 Шуға күрә, фәрештәләр ҙә белеп торһон өсөн, ҡатын кеше башына ябынырға тейеш. Был хакимлыҡ аҫтында булыуын күрһәтә. 11 Хәйер, Раббыла ир ҡатынға, ҡатын иргә бәйле. 12 Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, һәм икеһе лә бар нәмәне яратҡан Алланан килә. 13 Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ғибәҙәт мәлендә ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме? 14 Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң? 15 Ҡатын кешенең сәсе оҙон булһа, был уның өсөн дан түгелме ни? Сәс уға япма рәүешендә бирелгән дә баһа. 16 Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ. Раббыны иҫкә алыу 17 Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. 18 Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам. 19 Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк. 20 Әммә һеҙ бергә йыйылһағыҙ ҙа, был Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит. 21 Һәр берегеҙ үҙ ризығын башҡаларҙан алда ашап ҡуйырға ашыға, шуға ла берәүҙәр ас ҡала, икенселәре иһә ашап-эсеп иҫерә. 22 Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым. 23 Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып 24 шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 25 Шулай уҡ, киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». 26 Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ. 27 Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның кәсәһенән эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ. 28 Шуға ла икмәкте ашар һәм кәсәнән эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. 29 Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә. 30 Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел. 31 Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ инде, хөкөмгә дусар булмаҫ инек. 32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә. 33 Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. 34 Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia