Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -


1 Фессалоникаларға 4 - Инжил


Алла теләгәнсә йәшәү

1 Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,

2 сөнки Ғайса Мәсих исеменән ниндәй бойороҡтар биреүебеҙҙе беләһегеҙ.

3 Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй,

4 һәр береһе үҙ тәнен изге һәм саф итеп һаҡлаһын,

5 Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.

6 Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы барлыҡ бындай эштәр өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.

7 Алла беҙҙе шаҡшылыҡҡа түгел, ә изгелеккә саҡырҙы бит.

8 Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.

9 Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте,

10 һәм һеҙ бөтөн Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ бит. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине.

11 Беҙ ҡушҡанса, тырышлыҡ һалып тыныс йәшәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ һәм эшегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡарығыҙ.

12 Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.


Раббының килеүе

13 Имандаштар, һеҙ өмөтһөҙ кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем.

14 Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ.

15 Беҙ әле әйтәсәк һүҙҙәр – Раббы һүҙҙәре: беҙ, иҫәндәр – Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр – үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ.

16 Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.

17 Шунан һуң беҙ, бында иҫән ҡалғандар, һауала Раббыны ҡаршылау өсөн, улар менән бергә болоттарҙа һауаға алынасаҡбыҙ һәм Раббы менән һәр ваҡыт бергә буласаҡбыҙ.

18 Бер-берегеҙҙе ошо һүҙҙәр менән тынысландырығыҙ.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan